Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Баш ҡала уҡыусылары халыҡ-ара алмашыу буйынса Төркиәгә барасаҡ

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Өфө уҡыусылары «MULTI» халыҡ-ара алмашыу программаһы буйынса Төркиәгә барасаҡ. 26 июлдә 14 үҫмер Мерсин ҡалаһына юллана, унда улар ике аҙна буйына төрөк ғаиләләрендә йәшәйәсәк. Уларҙы ҡыҙыҡлы, бай программа көтә: уҡыусылар Төркиәнең мәҙәниәте, сәнғәте, йолалары менән танышасаҡ, ҡаланың иҫтәлекле урындары буйлап экскурсияға сығасаҡ һәм диңгеҙ буйында ял итәсәк. Был хаҡта ошо сәйәхәтте ойошторған Өфө хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте комитетынан хәбәр иттеләр.

Баш ҡалала «MULTI» халыҡ-ара алмашыу программаһы 2009 йылдан ғәмәлгә ашырыла, ул Төркиәне, Германияны, Японияны, Ҡытайҙы берләштерә. Унда 18 йәшкә тиклемге һәләтле, инглиз телен яҡшы белгән  егет-ҡыҙҙҙар ҡатнаша ала.

Программаның маҡсаты — халыҡ-ара йәштәр сәйәсәте өлкәһендә хеҙмәттәшлекте киңәйтеү, йәштәр ойошмалары һәм берләшмәләре араһында тәжрибә уртаҡлашыу.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть