5 декабрь, Дүшәмбе

23 июль 2015 йыл, 14:52

Өфө бөтә Рәсәй Хәтер автоуҙышында ҡатнашыусыларҙы ҡаршы ала

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфө «Диңгеҙҙән диңгеҙгә тиклем» бөтә Рәсәй хәтер автоуҙышында ҡатнашыусыларҙы ҡаршы ала. Улар баш ҡалаға шәмбе, 25 июлдә, килеп етәсәк. Өфөнөң йәштәр сәйәсәте комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, көндөҙгө сәғәт 3-тә Еңеү паркында Мәңгелек утҡа сәскәләр һалыу тантанаһы уҙа. Артабан Сергей Полонскийҙың «1941-1945 йылдарҙағы ете бөйөк һуғыш» китабының исем туйы була. Автор китаптарын ҡала китапханаларына тапшырасаҡ.

«Диңгеҙҙән диңгеҙгә тиклем» хәтер автоуҙышы 22 июндә Кронштадтан старт алды. Ҡатнашыусылар 37 ҡалала булырға ниәтләй. Владивостокка барып етеп, 2 сентябрҙә Санкт-Петербургҡа кире ҡайтасаҡтар, унда Икенсе донъя һуғышының тамамланыуы уңайынан митинг үтәсәк.

Акцияның маҡсаты — совет яугирҙәренең Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡаһарманлыҡтары тураһында хәтерҙе һаҡлау, герой-ҡалалар һәм хәрби дан ҡалаларының немец-фашист илбаҫарҙарын еңеүҙәге ролен яҡтыртыу.

Өфөлә сараны «Рәсәй офицерҙары» йәмәғәт ойошмаһы, баш ҡаланың йәштәр сәйәсәте комитеты һәм Йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү үҙәге ойоштора.

темалар: автоуҙыш, хәтер