11 декабрь, Йәкшәмбе

23 июль 2015 йыл, 14:09

Башҡортостандың Саҡмағош районында Баҫыу көнө уҙа

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 23 июлдә Саҡмағош районының «Базы» ауыл хужалығы етештереү кооперативында «Баҫыу көнө-2015» иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйыуҙы ойоштороу буйынса республика семинар-кәңәшмәһе үтә.

Республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, семинар-кәңәшмәлә республика етәкселеге, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай, Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре, муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәре башлыҡтары, ведомство ҡарамағындағы ойошма етәкселәре ҡатнаша.

Өс көн барасаҡ сараның программаһында иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйыуҙы ойоштороу буйынса семинар-кәңәшмәнән тыш, үҙебеҙҙең һәм сит ил ауыл хужалығы техникаһы күргәҙмәһен ойоштороу, ауыл хужалығы культуралары баҫыуҙарын, «500 ферма» программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелгән малсылыҡ биналарын ҡарау һәм башҡа саралар ҡаралған.