Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Сулпан Билалованың баш ҡалала асылған күргәҙмәһендә тәүге тапҡыр Голландиянан килтерелгән рәсемдәр ҡуйылған

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөнөң «Болоттар» заманса сәнғәт үҙәгендә Сулпан Билалованың «Таш йыйыусылар» тип аталған шәхси күргәҙмәһе асылды. Сулпан Билалова — билдәле башҡорт рәссамы, хәҙер Мәскәүҙә йәшәй. Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзаһы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты.

«Беҙ барыбыҙ ҙа тәбиғәт балалары, таштар иһә беҙҙе ғүмер буйына оҙатып йөрөй, — ти рәссам. — Күргәҙмәнең исеменә тәрән мәғәнә һалынған: минең өсөн таштар йыйыу мәле етте, был эштәрҙең барыһы ла ошо коллекцияға тупланыуы осраҡлы түгел».

Өфөләге күргәҙмәгә ҡуйылған эштәрҙең яртыһы Башҡортостанда төшөрөлгән. Автор нәфис рәүештә гүзәл бала саҡ донъяһын һүрәтләй. Улар араһында «Иҫке ҡоҙоҡ», «Таш йыйыусы», «Әсәй бишеге» — «Атай бишеге», «Ҡояш аҫтындағы батшалыҡ», «Тауыҡ», «Дегәнәк» картиналары бар. Баш ҡала тамашасыһына тәүге тапҡыр тәҡдим ителгән был рәсемдәр музыка, әҙәбиәт, тәбиғәт күренештәренән алынған тәьҫораттарға бағышланған.

Күргәҙмәне асыуҙа рәссамдар, сәнғәт белгестәре, шулай уҡ Норвегиялағы арт-галерея директоры Юстинус Ван Нистелроой ҡатнашты. Ул картиналарҙы Голландиянан Башҡортостанға килтереүҙе ойошторорға ярҙам иткән.

Сулпан Билалованың күргәҙмәһе 31 авгусҡа тиклем дауам итә. Рәссам менән интервьюны «Электрогазета»ның киләһе сығарылышында уҡығыҙ.

Теги: күргәҙмә
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть