5 декабрь, Дүшәмбе

23 июль 2015 йыл, 9:57

Башҡортостанда һунарсылар ҡырағай йәнлектәрҙе аулауға ғаризалар бирә ала

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда дөйөм һунарсылыҡ биләмәләрендә ҡырағай йәнлектәрҙе аулауға ғаризалар ҡабул итеү башланды. Республика Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 3 августан 7-нә тиклем һыуҙа йөҙөүсе, һаҙ, болон, ҡыр йәнлектәрен, сел, ҡурпысыҡ аулауға рөхсәт биреү тураһында ғаризалар ҡабул ителә.

Яңы һунар миҙгелендә Асҡын һәм Мишкә райондарында ике мышыны, Архангел, Асҡын, Баймаҡ, Белорет, Ғафури, Йылайыр, Иглин, Мәләүез һәм Нуриман райондарында 28 һоро айыуҙы ауларға рөхсәт ителәсәк.

Уҙған йылдарҙағы кеүек үк, быйыл кейектәргә һунар итеүгә рөхсәт алыу йәрәбә буйынса билдәләнә. Уны үткәреү ваҡыты һәм урыны хаҡында һуңыраҡ хәбәр ителәсәк. Тулыраҡ мәғлүмәт Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының сайтында бирелгән.