11 декабрь, Йәкшәмбе

22 июль 2015 йыл, 18:04

Төбәктә башҡорт телен Windows Phone рәсми телдәренә индереү идеяһы тәҡдим ителде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телен Windows Phone рәсми телдәренә өҫтәү буйынса акция иғлан ителгән. Ойоштороусылар Android, IOS ҡулланған йәки телефон менән бөтөнләй файҙаланмаған кешеләрҙең барыһын да акцияға ҡушылырға саҡыра.

Microsoft махсус сайт булдырған, унда ҡулланыусылар үҙҙәренең идеяларын тәҡдим итә һәм башҡаларҙың оҡшаған идеялары өсөн тауыш бирә ала. Бының өсөн күрһәтелгән һылтанма буйынса үтеп, «Vote» төймәһенә баҫырға, шунан үҙеңдең электрон адресыңды индереп, бер юлы өс тауыш бирергә була.

«Донъя йәмәғәтселегенә шуны еткерәйек: беҙҙең туған телебеҙ заманса мобиль ҡоролмаларҙың бөтәһендә лә булырға тейеш. Операция системаларын эшләүселәр бының беҙгә барыбер түгел икәнлеген белһен», — ти «Башҡорт проекттары» төркөмө етәксеһе Илдар Кинйәбулатов.

Акцияны ойоштороусылар аңлатыуынса, тауыш биреүселәр күберәк булһа, телде индереү мөмкинлеге лә юғары. Элегерәк 20 мең самаһы ҡултамға йыйылһа, тәҡдимдәр ҡабул ителгән. Бөгөнгө көнгә башҡорт теле өсөн 3600 тауыш бирелгән.

темалар: башҡорт теле