3 декабрь, Шәмбе

22 июль 2015 йыл, 17:20

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 22 июлдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Сәнәғәт, транспорт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, дәүләт хеҙмәте, муниципаль идаралыҡ, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт һәм сәнғәт, киң мәғлүмәт саралары һәм полиграфия, мәғариф һәм фән өлкәләрендә эшләгән 44 хеҙмәткәрҙең һөнәри ҡаҙаныштары ордендар, почет грамоталары һәм маҡтаулы исемдәр менән билдәләнде.

— Ошо наградалар һеҙҙең әүҙем эшләгән, коллективты туплай белгән кешеләр булыуығыҙ хаҡында һөйләй, — тине Рөстәм Хәмитов. — Әлбиттә, яҡшы уңыштарығыҙға ҡарамаҫтан, башҡараһы эштәребеҙ байтаҡ. Республикабыҙ әүҙем үҫешергә тейешле йүнәлештәр бик күп. Ауыл хужалығында, сәнәғәт етештереүендә, ғилми тикшеренеүҙәрҙә һәм башҡа өлкәләрҙә иң яҡшы хеҙмәт емештәрен күрһәтергә бурыслыбыҙ. Һис шикһеҙ, был беҙҙең көсөбөҙҙән килә.

Бүләкләнеүселәр араһында 2015 йылда XVIII ҡышҡы Сурдлимпия уйындарында алтын миҙал яулаған хоккей буйынса илдең йыйылма командаһы вәкилдәре бар.

— Беҙҙең команда үҙҙәрен яҡшы күрһәтте. Хоккейсыларыбыҙ һәйбәт уйнаны һәм Америка, Канада командаларын еңеп, лайыҡлы рәүештә чемпион исемен яуланы. Бының өсөн спортсыларға йәнә рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә мөмкин, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Башлығы.

Башҡортостандың мәҙәниәт һәм сәнғәт вәкилдәре лә наградалар менән билдәләнде.

— Мәҙәниәт йәмғиәттә изгелек, шәфҡәтлелек, әхлаҡлылыҡ мөхитен булдыра. Бөгөн был беҙҙең өсөн бик мөһим, сөнки киң мәғлүмәт сараларында тормошобоҙҙоң кире яҡтарын күрһәтеү өҫтөнлөк итә, — тине республика етәксеһе. — Ошо залда ултырған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре — юғары әхлаҡлы кешеләр.

Сығыштың тулы стенограммаһы һәм бүләкләнеүселәрҙең исемлеге республика Башлығының рәсми сайтында баҫылған.