9 декабрь, Йома

22 июль 2015 йыл, 16:28

Республика рестораторҙарын урындағы фермерҙар етештергән продукцияның сифаты ҡәнәғәтләндермәй

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостанда урындағы етештереүселәрҙең продукцияһы ресторандарҙа күренмәй тиерлек. Был хаҡта республика фермерҙары өсөн ойошторолған конференцияла төбәктең Рестораторҙар һәм отельерҙар ассоциацияһы рәйесе Павел Емельянов белдерҙе.

Уның һүҙҙәренсә, фермерҙар тауарҙары үтемле булһын өсөн тырышлыҡ һалмай. Урындағы фермерҙарҙың продукцияһы ҙур проблемалар тыуҙыра, уларҙың төргәктәре зауыҡһыҙ, етештереүселәр был хаҡта уйламай. «Беҙ аҙыҡ-түлектең 80 процентын Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге етештереүселәрҙән һатып алабыҙ. Хәҙер ресторандар һәм отелдәр урындағы етештереүселәр менән эшләмәй, тип әйтә алам. Мәсьәләне хәл итеү юлы — аралашыу. Беҙ фермалар менән туранан-тура эшләргә һәм эшкәртеүсе цехтар асырға әҙер. Беҙ аралашыу өсөн асыҡ», — тине Павел Емельянов.

Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы урындағы етештереүселәр һәм рестораторҙар өсөн аралашыу майҙансығы булып тора, ул ике яҡтың да баҙарҙы үҫтереүгә көс һалыуҙарын берләштерергә һәләтле, тип билдәләне Республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Рөстәм Камалетдинов. «Эксперттарҙың мәғлүмәттәре буйынса, 2025 йылға ресторан баҙары 7-8 процентҡа үҫәсәк, һәм уның менән эшләй башлаусылар ҙа бергә үҫешәсәк».