Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала Халыҡ-ара урам киноһы фестивале еңеүсеһе билдәле булды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә II Халыҡ-ара урам киноһы фестивалендә Рәсәй режиссеры Илья Чижиковтың «Ушелец» фильмы еңеү яуланы.

Баш ҡалала Милли йәштәр театры янындағы ике фонтан майҙанында II Халыҡ-ара урам киноһы фестивале булды. Сараға меңдән ашыу кеше килде. Фильмдарҙы ҡарағандан һуң тамашасылар мобиль телефондарының экрандары менән оҡшаған фильмдары өсөн тауыш бирҙе, ойоштороусылар махсус прибор ярҙамында яҡтылыҡ көсөн үлсәне. Тауыш биреү һөҙөмтәһендә Илья Чижиковтың «Ушелец» ҡыҫҡа метражлы фильмы еңеү яуланы. Икенсе урында — Джао Васконың «Вагон» (Португалия), өсөнсөлә Алексей Нужныйҙың «Петух» фильмы. Күпселек ҡалаларҙа еңеп сыҡҡан кинотаҫма фестивалдең лауреаты буласаҡ, тип хәбәр иттеләр ойоштороусылар.

Ҡала халҡының һорауы буйынса фестиваль Өфөлә йәнә бер көн дауам итәсәк. Бөгөн, 22 июлдә, шул уҡ урында киске сәғәт 8-ҙә конкурс программаһына инмәгән фильмдар күрһәтеләсәк.

Халыҡ-ара фестиваль 4 июлдә Владивостокта асылды. Хабаровск, Иркутск, Красноярск, Екатеринбург, Новосибирск, Омск һәм Силәбе ҡалаларында фильмдарҙы 25 меңдән ашыу тамашасы ҡараны.

Быйыл ошо сарала ҡатнашыу өсөн 12 илдән 400-ҙән ашыу йәш режиссер үҙҙәренең эштәрен ебәргән. Исемлеккә ете илдән 10 фильм индерелгән. Фильмдарҙы фестивалдә ҡатнашыусы 30 ҡаланың урындағы режиссерҙары, кинематография академияһы һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һайлап алған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть