9 декабрь, Йома

22 июль 2015 йыл, 14:25

Башҡортостанда юғары уҡыу йорттарына ғаризалар ҡабул итеү тамамлана

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 24 июлдә Башҡортостанда бакалавриат йүнәлеше һәм һөнәрҙәр буйынса көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәренә уҡырға инергә теләгән абитуриенттарҙан ғаризалар ҡабул итеү тамамлана.

Ҡабул итеү ике этапта уҙғарыла. Тәүгеһендә вуздар бюджет урындарының 80 процентына, икенсеһендә ҡалған 20-нә абитуриенттарҙы ҡабул итергә тейеш.

«27 июлдә юғары уҡыу йорттарының рәсми сайттарында һәм уларҙың мәғлүмәт стендтарында уҡырға инеүселәрҙең рейтингы урынлаштырыласаҡ. 3 август — беренсе этапта бюджет урындарына алынырға теләүселәр исемлегендә булған абитуриенттарҙан документтарҙың төп нөсхәһен ҡабул итеүҙең һуңғы көнө. 4 августа ҡабул итеү тураһында бойороҡ буласаҡ. Икенсе этапҡа килгәндә, төп нөсхәләрҙе тапшырыу 6 августа тамамлана, ә 7-дә юғары уҡыу йорттарының ҡабул итеү тураһында бойороғо баҫыласаҡ», — тип аңлатма бирҙе М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының ҡабул итеү комиссияһының яуаплы секретары Фиданис Тимерханов.

Яңы уҡыу йылында республикала дәүләт юғары уҡыу йорттарының һәм уларҙың филиалдарының бюджет урындарына 10780 абитуриент уҡырға инә аласаҡ.

Уҡыуҙы тамамлаусы бер юлы биш вузға документтарын тапшыра ала, уларҙың һәр береһендә өс һөнәрҙе һайларға була, бөтәһе 15 вариант.

Быйыл бер яңылыҡ бар. Абитуриенттарҙың шәхси ҡаҙаныштары уҡырға ингәндә балдарын арттырырға ярҙам итәсәк. Уҡырға инеүселәр үҙҙәренең портфолиоһын күрһәтергә тейеш. Дөйөм суммала был абитуриентҡа яҡынса ун балл өҫтәйәсәк. Йомғаҡлау иншаһы өсөн дә өҫтәмә балдар алырға мөмкин.