Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Төбәктә яңы йәшелсә һәм ит һатыу ихтыяжын ябыу ысулын табырға тырышасаҡтар

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

Башҡортостанда яңы йәшелсә һәм ит һатыу ихтыяжын ябыу ысулын табырға тырышасаҡтар. Ошо маҡсатта бөгөн, 22 июлдә, Өфөлә республика фермерҙары өсөн конференция үтә. Аграрийҙарҙан тыш, осрашыуҙа төбәк сауҙа вәкилдәре, эшкәртеүселәр һәм рестораторҙар — бөтәһе 150-нән ашыу кеше ҡатнаша.

Төбәктең Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетында билдәләүҙәренсә, продукцияны һатыу өсөн күп мәсьәләләрҙе: баҙарҙа ҙур һорау менән файҙаланған аҙыҡ-түлек етештерергә, уны эшкәртергә, төрөргә һәм сауҙа нөктәһенә килтерергә кәрәк. Йыш ҡына фермерҙарҙың быға көсө етмәй.

«Республика етештереүселәре, эшкәртеүселәр һәм сауҙа бергәләп эшләргә тейеш. Әгәр фермер яҡшы продукт етештерһә, ул үҙенең продукцияһын ҡайҙа һаҡлай аласағын, эшкәртәсәген, нисек килтерергә кәрәклеген белергә тейеш. Ҡайһы бер етештереүселәрҙең буш торған биналары бар, икенселәрҙең тауарын һаҡларға урыны юҡ. Беҙҙең бурыс — улар араһында бәйләнеште яйға һалыу», — тине Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы рәйесе Виталий Черевков.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть