4 декабрь, Йәкшәмбе

22 июль 2015 йыл, 11:54

Өфөләрҙе «Ихлас күңелдән Өфөнән!» фильмын төшөрөүҙә ҡатнашырға саҡыралар

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Танылған режиссер Айнур Асҡаров «Башҡортостан» киностудияһы һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһы менән берлектә «Ихлас күңелдән Өфөнән!» фильмын төшөрә башланы. Был хаҡта Өфө ҡалаһы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты хәбәр итә.

Фильм төшөрөүселәр конкурс иғлан итте.

— Әгәр һеҙ күп йылдар бергә һәм тап Өфөлә танышҡанһығыҙ икән, был хаҡта беҙгә лә һөйләгеҙ. Иң яҡшы хикәйәләр «Ихлас күңелдән Өфөнән!» фильмына эләгәсәк, — тип мөрәжәғәт итә ойоштороусылар республика халҡына.

Хаттарҙы 2015 йылдың 1 авгусына тиклем askarfilm@gmail.com электрон адресына ебәрергә кәрәк.