Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республика парашютсылары Рәсәй чемпионатында призлы урын яуланы

Спорт

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/.

Мәскәү өлкәһенең Руза ҡалаһында парашют спорты буйынса Рәсәй чемпионаты үтте.

Унда төрлө төбәктәрҙән 80-дән ашыу спортсы ҡатнашты. Башҡортостандың Парашют спорты федерацияһы командаһы составында Алексей Буренин (Өфө), Дмитрий Шляхов (Күмертау), Илдар Саяхов (Октябрьский) һәм Дмитрий Барсуков (Күмертау) сығыш яһаны.

Республиканың йыйылма командаһы төркөмләп һикереү буйынса өсөнсө урын алды. Шулай уҡ ЦСПК ВДВ (Рязань) һәм ЦСКА (Мәскәү) командаларынан бер аҙ ҡалышып, ике төр ярыш буйынса бронза миҙалға лайыҡ булды.

Парашюттан һикереү буйынса Дмитрий Шляхов өсөнсө урын яуланы. Алексей Буренин шәхси ике төр ярышта дүртенсе урын алды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть