8 декабрь, Кесе йома

21 июль 2015 йыл, 18:09

Рөстәм Хәмитов: «Өфөлә уҙған саммиттар халыҡтың Рәсәй тураһында фекерен үҙгәртте»

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 21 июлдә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфө хакимиәтендә оператив кәңәшмәлә сығыш яһаны. Республика етәксеһе ШОС һәм БРИКС саммиттарын үткәреү йомғаҡтары хаҡында һөйләне, Өфөләге муниципаль хеҙмәттәрҙең, предприятие һәм ойошмаларҙың хеҙмәт коллективтарына халыҡ-ара кимәлдәге сараларға яҡшы әҙерлек өсөн рәхмәт белдерҙе, шулай уҡ ҡаланың перспективалы үҫеш йүнәлештәрен билдәләне.

— Саммиттар үтте, алда беҙҙе ҙур, көсөргәнешле эш көтә. Беҙ юғары кимәлгә күтәрелдек. Хәҙер халыҡ яҡшы, таҙа, төҙөкләндерелгән ҡалала йәшәргә мөмкин һәм кәрәк икәнлеген аңлай, — тине Рөстәм Хәмитов. — Ике-өс йыл эсендә Өфө күҙ алдында үҙгәрҙе. Ял итеү, ғаилә, балалар менән йөрөү өсөн урындар барлыҡҡа килде.

Бөгөнгө көндә кешеләргә эш, хеҙмәт хаҡы, торлаҡ ҡына түгел, ҡалала уңайлы урындар ҙа кәрәк, тип билдәләне республика Башлығы. Опера һәм балет театры янындағы скверға ҡуйылған «Ете ҡыҙ» фонтаны — быға асыҡ миҫал.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, Өфөнө иҡтисади яҡтан үҫтереү мәсьәләләре тәүге планға сыға. Ҡала бюджетын нығытыу өсөн бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү мөһим.

— Беҙ артабан да Өфөгә ярҙам итәсәкбеҙ. Өфө — республикабыҙ ҡапҡаһы. Тик бер шарт менән: яңы, ҡыҙыҡлы идеялар, тәҡдимдәр һәм даими үҫеш булһа, — тине Рөстәм Хәмитов.

Республика Башлығы Өфөнө таҙа тотоу, ҡала халҡында тыуған ҡалабыҙ өсөн яуаплылыҡ тойғоһон тәрбиәләү кәрәклегенә айырыуса иғтибар итте.

— Өфөнө Рәсәйҙә генә билдәле, иң яҡшы ҡала тип түгел, донъяла ла таҙа, ҡунаҡсыл, матур ҡала булараҡ белһендәр өсөн барыһын да эшләү — төп бурысыбыҙ. Өфөлә уҙған өс-дүрт көнлөк саммиттар кешеләрҙең Рәсәй тураһында фекерен үҙгәртте. Провинция тип уйлаһалар ҙа, яҡшы, һоҡланғыс ҡала булып сыҡты,  — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Әгәр артабан да эштәр шулай барһа, биш йылдан Өфөнө йәнә танып булмаясаҡ.

Рөстәм Хәмитов сығышының тулы стенограммаһы республика Башлығының рәсми сайтында баҫылған.