5 декабрь, Дүшәмбе

21 июль 2015 йыл, 17:17

Шанхайҙа Өфөләге саммиттарҙа тикшерелгән БРИКС-тың үҫеш банкы эшләй башланы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Шанхайҙа БРИКС-тың яңы үҫеш банкы эшләй башланы. ТАСС хәбәр итеүенсә, бөгөн, 21 июлдә, ойошманы рәсми асыу тантанаһы булды. Тантанала ҡатнашыусылар араһында Яңы үҫеш банкы президенты Кундапур Ваман Каматх, Ҡытай Халыҡ Республикаһының финанс министры Лоу Цзивэй һәм Шанхай мэры Ян Сюн бар ине.

«БРИКС — дөйөм маҡсаттары булған биш ил, беҙгә уларҙы тағы ла берләштереү өҫтөндә эшләргә кәрәк», — тип Яңы үҫеш банкы президентының  һүҙҙәрен килтерә ТАСС.

Яңы үҫеш банкын булдырыу донъя иҡтисадына көслө тәьҫир итәсәк һәм уны тергеҙеүгә булышасаҡ, тип иҫәпләй Лоу Цзивэй.

БРИКС-тың Яңы үҫеш банкын булдырыу тураһындағы килешеүгә 2014 йылда Бразилияла ҡул ҡуйылды. Өфөлә үткән БРИКС-тың Эшлекле советы ултырышында ойошма эшмәкәрлегенең үҙенсәлектәре тикшерелде.

темалар: брикс, банктар