11 декабрь, Йәкшәмбе

21 июль 2015 йыл, 16:51

Республикала автоинспекторҙар иҫерек водителдәрҙе асыҡлаясаҡ

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда автоинспекторҙар иҫерек водителдәрҙе асыҡлаясаҡ. 24 һәм 25 июлдә ЮХХДИ-һы тикшереү үткәрә. Тәртип һаҡсылары балаларҙы махсус креслола йөрөтмәгән автоһәүәҫкәрҙәрҙе лә асыҡлаясаҡ.

Благовар, Иглин, Кушнаренко, Нуриман, Өфө, Саҡмағош һәм Шишмә райондарында юл-патруль хеҙмәте көсәйтелгән режимда эшләйәсәк. Был хаҡта ведомство сайтында хәбәр ителә.

Инспекция хеҙмәткәрҙәре граждандарҙы һаҡ булыуҙарын  һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтары тураһында Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы ЮХХДИ идаралығының дежур бүлегенә хәбәр итеүҙәрен һорай. Телефон: (347) 235-84-02, 233-27-31.