9 декабрь, Йома

21 июль 2015 йыл, 16:13

Башҡорт шағиры Марсель Сәлимовтың шиғырҙары Мәскәүҙә интернациональ йыйынтыҡта баҫылып сыҡты

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәскәүҙә «Автограф» тип аталған үҙенсәлекле китап донъя күрҙе. Интернациональ яҙыусылар союзы хәҙерге заман авторҙарына, XXI быуат башындағы яҙыусыларға китап-һәйкәл булдырырға ҡарар итте.

«Был әҙәбиәт тарихы өсөн бик мөһим, — тип яҙа йыйынтыҡтың инеш һүҙендә проект етәксеһе, Халыҡ-ара интернациональ яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Александр Гриценко. — «Автограф» китабы мәҙәни ҡомартҡы булырға тейеш. Беренсе том үҙҙәрен күрһәткән авторҙарға, ижади берекмә ағзаларына арналған, уларҙың барыһы ла һайлап алыу үткән».

Ҡулъяҙма йыйынтыҡта танылған шағир Марсель Сәлимовтың, шулай уҡ Ивана Тертычный (Мәскәү) һәм Анатолий Яниҙың (Одесса) лирик һәм юмористик шиғырҙары урын алған.

Баҫманың тиражы — биш мең дана. Тираждың бер өлөшө яҡын һәм алыҫ сит илдәге ҡалаларҙың китапханаларына ебәреләсәк.