4 декабрь, Йәкшәмбе

21 июль 2015 йыл, 15:20

Өфө хакимиәтендә 2015 йылдың башынан ҡала бюджетын нисек файҙаланыуҙары хаҡында һөйләнеләр

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Өфө хакимиәте ағымдағы йылдың тәүге кварталында ҡала бюджетын нисек файҙаланыуҙары тураһында мәғлүмәт бирҙе. Ошо осорҙа бюджет сығымдары 11 миллиард 668 миллион һум тәшкил иткән. Өфө хакимиәтенең финанс идаралығы етәксеһе урынбаҫары Елена Корбан һүҙҙәренсә, был уҙған йылдағы күрһәткестән 13 процентҡа юғары.

«Социаль өлкәгә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа һәм төҙөкләндереүгә киткән сығымдар сығым йөкләмәләренең 63 процентын тәшкил итә. Мәғарифҡа — 4,5 миллиард, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа 2,1 миллиард һум тотонолған», — тип хәбәр итте Елена Корбан ҡала хакимиәтендә уҙған матбуғат конференцияһында.  

Уның һүҙҙәренсә, милли иҡтисадҡа сығымдарҙың дөйөм суммаһы 2,9 миллиард һум тәшкил иткән. Быға автомобиль юлдарын һалыу, төҙөкләндереү, пассажирҙарҙы электр транспортында ташыу буйынса алынып етмәгән килемдәрҙе ҡаплау, дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙы төҙөү, капиталь ремонтлау инә.