Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала велосипедтарҙа бушлай экскурсия ойошторола

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Өфөлә велосипедтарҙа бушлай экскурсия ойошторола. Һауа торошо яҡшы булһа, сара 23 июлдә көндөҙгө сәғәт 12-лә Дуҫлыҡ монументы эргәһенән башлана һәм яҡынса 1,5 сәғәт дауам итәсәк. Был юлы ҡатнашыусыларға Пушкин урамы хаҡында мәғлүмәт биреләсәк.

Велоэкскурсиялар үткәреү идеяһын Өфөлә йәшәүсе Азамат Әбделмәнов тәҡдим иткән. Уның һүҙҙәренсә, велосипедтарҙа йөрөү — төрлө кешеләр менән танышып, ваҡыт уҙғарыу ғына түгел, шулай уҡ ҡаланың тарихи үткәне менән танышыу өсөн шәп мөмкинлек.

«Был экскурсия — бишенсеһе. Бынан алдараҡ Октябрь революцияһы, Ленин, Пушкин урамдары буйлап йөрөнөк. Мин һуңғы маршрутты ҡабатларға хәл иттем, сөнки теләүселәр бик күп», — тип һөйләне Азамат Әбделмәнов.

Ҡала буйлап велоэкскурсиялар бик популяр. Улар өфөләр өсөн традицияға әйләнер, тип ышана сараны ойоштороусы.

Тулыраҡ мәғлүмәт менән «Бәйләнештә» төркөмөндә танышырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть