7 декабрь, Шаршамбы

21 июль 2015 йыл, 13:14

Австрияның PALFINGER концерны Ишембайҙа кран-манипуляторҙар эшләй башлай

фото: концерндың матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Ишембайҙа сит ил инвесторы ҡатнашлығында кран-манипуляторҙар эшләү киңәйтелде. Австрияның PALFINGER концернына ингән «Инман» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең яңы етештереү майҙансығын төҙөү 2013 йылда башланды. 23 июлдә ул рәсми рәүештә сафҡа индереләсәк. Был — республика Хөкүмәте булышлығында тормошҡа ашырылыусы Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттарының береһе.

«Инман» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең етештереү майҙаны 10 мең квадрат метрға арттырылды һәм хәҙер 14 мең «квадрат» тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр концерн вәкиллегенән. Яңы корпус өсөн заманса ҡорамалдар һатып алынған. Австрия концерны Европа стандарттарына тап килгән яңы ҡеүәттәр булдырыуға 14 миллион евронан ашыу инвестиция һалған. Ошо етештереү участкаһын файҙалана башлау менән «Инман» йылына ике меңгә яҡын кран сығара башлаясаҡ.

«Башинформ» агентлығына «Инман» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директорының стратегия, проекттар һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Николай Шмидт һөйләүенсә, төбәк властары инвесторға һәр яҡлап ярҙам күрһәткән. «Республика Хөкүмәте проектҡа булышлыҡ итеү маҡсатынан махсус комиссия булдырҙы, куратор тәғәйенләнде, — тип хәбәр итте Николай Шмидт. — Етештереүҙе энергия менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә тиҙ хәл ителде. Килемгә һәм милеккә һалым буйынса ташламалар бирелде».

Инвестиция проекты етештереү майҙансығын йәнә туғыҙ мең квадрат метрға арттырып, 2017 йылға тиклем икенсе сиратты төҙөүҙе күҙаллай ине. Әммә әлегә был мәсьәлә кисектерелде. Николай Шмидт һүҙҙәренсә, төҙөлөштө теләһә ниндәй мәлдә башларға мөмкин, барыһы ла баҙарҙағы хәлгә бәйле.

Кран-манипуляторҙар йыйыуҙан тыш, PALFINGER Башҡортостан биләмәһендә гидроцилиндрҙар эшләй. «Концерндың Рәсәйҙәге бөтә предприятиелары өсөн импортты алмаштырыу темаһы бик мөһим. Нефтекама проекты күтәреү-тейәү ҡоролмаһын яһағанда етештереү урынын арттырырға мөмкинлек бирә», — тип хәбәр итте Николай Шмидт.