9 декабрь, Йома

21 июль 2015 йыл, 12:03

Башҡортостан балалары «Рәсәй балалары — тыныслыҡ өсөн!» конкурсында еңеү яуланы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан балалары «Рәсәй балалары — тыныслыҡ өсөн!» дөйөм милли конкурсында еңеү яуланы. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан «Берҙәм Рәсәй» партияһы булышлығында илдең барлыҡ төбәктәрендә, шулай уҡ интернетта «Рәсәй балалары — тыныслыҡ өсөн!» бөтә Рәсәй патриотик акцияһы уҙҙы.

Балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре, уҡыусылар, ата-әсәләр һәм уҡытыусылар ветерандар менән осрашты, улар иһә һалдаттарҙың һәм тыл эшсәндәренең ҡаһарманлығы һәм илһөйәрлеге, һуғыш балаларының фиҙаҡәрлеге хаҡында һөйләне. Ошо осрашыу һәм әңгәмә йомғаҡтары буйынса балалар «Рәсәй балалары — тыныслыҡ өсөн!» темаһына һүрәттәр төшөрҙө, аппликациялар яһаны. Батырҙарҙың һәм ветерандарҙың бүлә-бүләсәләре үҙҙәренең ижади эштәрендә һуғышты нисек күҙ алдына килтереүҙәрен һәм бөгөнгө көндә яҡлауға мохтаж донъяны ҙур, яҡты һәм изге итеп күреүҙәре хаҡында бәйән итте.

detizamir.er.ru сайтына 17700-гә яҡын эш урынлаштырылған. Жюри тарафынан 100 иң яҡшы эш һайлап алынған, улар араһында Башҡортостандан 19 бала, шул иҫәптән Дүртөйлө районы Мәҫкәү ауылындағы «Миләш» балалар баҡсаһының 17 тәрбиәләнеүсеһе, Өфө һәм Стәрлетамаҡ райондарынан ике еңеүсе бар.

«Берҙәм Рәсәй» партияһынан Дәүләт Думаһы депутаттары Рима Баталова, Павел Качкаев, Рөстәм Ишмөхәмәтов, Рафаэль Мәрҙәншин, Владимир Поцяпун, Зөһрә Рәхмәтуллина һәм Иршат Фәхретдинов бөтә Рәсәй патриотик акцияһында еңеү яулаған балаларға иҫтәлекле бүләктәр һәм сертификаттар тапшырҙы. Бүләкләү тантанаһы балалар баҡсаһында уҙҙы. Йәш рәссамдарҙы ҡотларға район башлығы Ринат Хәйруллин, республиканың Мәғариф министрлығы вәкилдәре, ата-әсәләр һәм уҡытыусылар килде. Кескәйҙәр иһә үҙ сиратында йырҙар йырланы, Еңеү тураһында шиғырҙар һөйләне, батырҙар бейеүен башҡарҙы һәм ҡунаҡтарға үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләктәрен тапшырҙы.