Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә эшҡыуарҙарға бизнесты йәнләндереү хаҡында һөйләйәсәктәр

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

Өфөлә эшҡыуарҙарға тренинг саралары ярҙамында үҙ эшеңде йәнләндереү хаҡында һөйләйәсәктәр. 28 июлдә баш ҡаланың Эшҡыуарҙар союзы ошо темаға арналған сара ойоштора.

Осрашыуҙа бизнес-тренер Андрей Подгузов сығыш яһай. Уның менән бергә ҡатнашыусылар етәкселәрҙең идара итеү эшмәкәрлегендә тренинг технологияларының ролен, хеҙмәткәрҙәрҙе йәлеп итеү ысулдарын тикшерәсәк.

Сара иртәнге сәғәт 11-ҙән 1-гә тиклем СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 48/1 адресы буйынса үткәрелә. Ҡатнашыу ирекле.

Теги: тренинг
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть