9 декабрь, Йома

21 июль 2015 йыл, 10:02

Башҡортостанда «Йәш тауыштар» конкурсы яңы исемдәр асты

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Ҡариҙел районында эстрада йырын башҡарыусыларҙың «Йәш тауыштар» III  республика конкурсы уҙҙы. Баһалама ағзаларының берҙәм ҡарары менән Гран-приға Баҡалы районынан Екатерина Митрофанова лайыҡ булды, Мишкә районынан Марсель Сәлимов I дәрәжә лауреат исемен яуланы.

Бәйгелә республиканың төрлө райондарынан килгән 59 йәш башҡарыусы — 16 йәштән 35 йәшкәсә һәүәҫкәр йырсылар һәм махсус урта музыка уҡыу йорттарының I-II курс студенттары ҡатнашты. Проекттың төп үҙенсәлеге шунда: ул Башҡортостан халыҡтары телдәрендә милли эстрада йырҙарын үҫтереүгә һәм пропагандалауға, йәш башҡарыусылар араһында дуҫтарса бәйләнештәрҙе нығытыуға, уларҙың ижади аралашыуына булышлыҡ итә. «Конкурс йәш йырсыларҙы юғары кимәлдәге йыр бәйгеләренә әҙерләү майҙансығына әүерелә», — тип билдәләй ойоштороусылар.

Жюри составында билдәле йырсылар Вәхит Хызыров һәм Лариса Әхмәтова, композитор Нур Дауытов, Республика халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәре Наталья Кондакова бар ине. Гала-концерт күп милләтле республиканың йәштәр ижады байрамына әүерелде: рус, башҡорт, татар һәм мари йырҙарынан тыш, программала украин, белорус, молдаван һәм сиған телдәрендә йырҙар яңғыраны.

темалар: конкурстар