Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

1 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Муниципаль депутаттарға кандидаттар араһында ир-егеттәр 59 процент тәшкил итә — Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостанда урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына кандидаттарҙың 59 проценты (9201) — ир-егеттәр. Депутат мандаты өсөн көрәшергә әҙер гүзәл заттарҙың һаны 6395 тәшкил итә. Күрһәтелгән кандидаттарҙың составын Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы тапшырҙы. Республиканың барлыҡ 53 районында ла урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына депутатлыҡҡа кандидаттар күрһәтеү тамамланды. Бөтәһе 15596 кеше документ биргән.

Дәғүәселәрҙең күбеһе 40-49 йәштә — 5344 (34,27 процент). 50-59 йәшлектәр ҙур әүҙемлек күрһәтә — 4920 (31,55 процент). 30 йәше тулмаған 1224 кандидат (7,85 процент) депутатлыҡҡа дәғүә итә. Кандидаттарҙың алты проценттан ашыуы 60 йәштән өлкән. 30-39 йәшлек дәғүәселәр 20,29 процент тәшкил итә.

2015 йылдың 13 сентябрендә — Берҙәм тауыш биреү көнөндә — Башҡортостандың 53 районында (Белорет районынан тыш) урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына депутаттар һайлау уҙғарыла. Ике ҡала биләмәһе Советтарына (Бәләбәй районының Приютово һәм Шишмә районының Шишмә ҡасаба Советтары) депутаттар һәм 775 ауыл биләмәһе Советтарына депутаттар һайлау планлаштырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть