9 декабрь, Йома

20 июль 2015 йыл, 17:12

Республикала «Байыҡ» балалар бейеү конкурсы яңы йондоҙҙар ҡабыҙа

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 25 июлдә Күгәрсен районының «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркында өс йәштән 15 йәшкә тиклемге башҡарыусылар араһында «Байыҡ» республика балалар бейеү конкурсының гала-концерты була. Бәйгене ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Күгәрсен районы хакимиәте. Гала-концертта Башҡортостан, Татарстан, Тыва, Әстрхан һәм Ульяновск өлкәһенән 450-нән ашыу һәләтле балалар ҡатнаша. Конкурс барышында халыҡ бейеүе, фольклор буйынса оҫталыҡ дәрестәре, тыуған яҡты өйрәнеү экскурсиялары, сәнғәт оҫталарының концерты ойоштороласаҡ. Сара көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана.

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һайлап алыу турҙары Күгәрсен районында, Баймаҡта һәм Өфөлә үткән. Унда Башҡортостандан, Мәскәүҙән, Пермдән, Ырымбурҙан, Силәбе өлкәһенән, Татарстандан 2,5 меңдән ашыу бала ҡатнашҡан. Жюри рәйесе — республиканың халыҡ артисы Радмир Бәҙретдинов.

«Байыҡ» республика балалар бейеү конкурсы халыҡ бейеүҙәренә ҡыҙыҡһыныуҙың кәмемәүен дәлилләй. Йыл һайын конкурс яңы йондоҙҙар ҡабыҙа. Быйыл да йәш таланттар тамашасыларҙы үҙҙәренең бейеүҙәре менән шатландырыр, тип ышаныс менән әйтергә мөмкин», — тип билдәләнеләр конкурсты ойоштороусылар.