10 декабрь, Шәмбе

20 июль 2015 йыл, 16:11

Мәскәүҙең «Коломенское» музей-ҡурсаулығында һабантуй уҙҙы

фото: автор

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлсәсәк Ханнанова/. Мәскәүҙең «Коломенское» музей-ҡурсаулығында һабантуй уҙҙы. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, унда 150 мең самаһы мәскәүҙәр һәм баш ҡала ҡунаҡтары ҡатнашҡан. Һабантуй ошо тарихи һәм күркәм паркта быйыл бишенсегә ойошторолдо. Милли байрамды Мәскәү Хөкүмәте, Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге, Татарстан Республикаһының Рәсәйҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиллеге, Мәскәү татарҙарының төбәк милли-мәҙәни автономияһы, «Башҡортостан яҡташлығы» төбәк йәмәғәтселек ойошмаһы ойошторҙо. Байрамға Баймаҡ һәм Хәйбулла райондары делегацияһы, шулай уҡ Өфө артистары — Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Башҡорт дәүләт филармонияһы, «Аҡ тирмә» башҡорт мәҙәни үҙәгенең һәүәҫкәр артистары килгәйне.

Мәскәү һабантуйын ойоштороу комитеты рәйесе Фәрит Фәрисов байрамды асып, Башҡортостан һәм Татарстан хөкүмәттәренә рәхмәт белдерҙе.

Был көндө теләгән һәр кем паркта рәхәтләнеп күңел асты, башҡорт һәм татар халҡының мәҙәниәте, фольклоры, тарихы һәм милли аш-һыуы менән танышты. Мәскәү йылғаһы буйында башҡорт һәм татар ауылдары ҡоролдо.

Билбау көрәше һабантуйҙың төп күрке булды. Ярыштар кискә хәтлем дауам итте һәм Башҡортостан спортсыһы, билбау көрәше буйынса күп тапҡыр донъя чемпионы Рөстәм Арыҫлановтың еңеүе менән тамамланды. Уға һабантуйҙың төп призы, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтан бүләк — «Лада Гранта» автомобиле тапшырылды.

Һабантуй сәхнәһендә Рәсәй һынлы сәнғәт, һәйкәл ҡойоу һәм төҙөлөш академияһының скульптура кафедраһы мөдире Салауат Щербаковҡа Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы тапшырылды. Уның эше һөҙөмтәһендә быйыл Мәскәүҙә башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Зыя Нуриевҡа һәйкәл асылды. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың 160 мең һум күләмендәге гранты Мәскәү ҡалаһының «Заман» этно-проектына бирелде.