7 декабрь, Шаршамбы

20 июль 2015 йыл, 15:21

Башҡортостанға газ моторлы техника һатып алыуға федераль субсидия арттырылды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. 2015 йылда Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн газ-моторлы яғыулыҡ менән эшләгән автобустар һәм техника һатып алыуға федераль бюджеттан 322,4 миллион һум аласаҡ. Рәсәй Хөкүмәтенең 17 июлдәге ҡарары менән дөйөм күләме 3 миллиард һумлыҡ субсидиялар 23 төбәк араһында бүленә. Документ Рәсәй Хөкүмәтенең сайтында баҫылған.

Аҡса «Сәнәғәтте үҫтереү һәм уның конкурентлыҡ һәләтен күтәреү» федераль дәүләт программаһы сиктәрендә бүленә.

Былтыр Башҡортостан газ-моторлы техника һатып алыуға 72,33 миллион һум алған. Ошо маҡсатта республика бюджетынан йәнә 29,53 миллион һум бүленгән. Субсидия ярҙамында «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы 30 ҙур автобустарға эйә булды. Бынан тыш, компания үҙ аҡсаһына газ менән эшләгән «ПАЗ» маркалы 100 автобус һатып алды.