Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Ҡырмыҫҡалы районында урындағы советтарға 85 кандидат теркәлгән

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

2015 йылдың 20 июленә Ҡырмыҫҡалы районының ауыл биләмәләре советтарына депутатлыҡҡа 85 кандидат теркәлгән. Кандидаттарҙың тапшырған документтары тикшерелә, тип аңлатма бирҙеләр Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында.

Ҡырмыҫҡалы районының ауыл биләмәләре советтарына депутатлыҡҡа кандидаттар күрһәтеү һәм теркәү буйынса документтар ҡабул итеү 17 июлдә тамамланды. 160 мандатҡа 377 кандидат документтар биргән, шуларҙың 155-е үҙ-үҙен күрһәтеү юлы менән һайлауҙа ҡатнаша.

«Берҙәм Рәсәй», КПРФ, ЛДПР, «Ғәҙел Рәсәй», «Рәсәй патриоттары» сәйәси партияларының төбәк бүлексәләре үҙ кандидаттарын тәҡдим иткән. Һайлау ҡанунинәтенә ярашлы, күрһәтелгән кандидаттар тураһында мәғлүмәт тикшереү өсөн Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының мәғлүмәт үҙәгенә һәм Федераль миграция хеҙмәте идаралығына ебәрелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть