10 декабрь, Шәмбе

20 июль 2015 йыл, 13:28

Өфөлә «Рәсәй музейҙары тупланмаһынан XIX — ХХ быуат башындағы рус һынлы сәнғәт әҫәрҙәре» күргәҙмәһе асыла

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 22 июлдә М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында «Рәсәй музейҙары тупланмаһынан XIX — ХХ быуат башындағы рус һынлы сәнғәт әҫәрҙәре» күргәҙмәһен асыу тантанаһы була.

Экспозиция музейҙың 95 йыллыҡ юбилейына арналған. Күргәҙмәлә Татарстан Республикаһының дәүләт һынлы сәнғәт музейы, Сыуаш дәүләт художество музейы, С.Д.Эрьзи исемендәге Мордва республика һынлы сәнғәт музейы, Васнецов исемендәге Вятка художество музейы, Екатеринбург, Төмән, Пенза, Түбәнге Тагил, Һамар, Силәбе, Пермь музейҙары һәм картина галереялары коллекцияһынан әҫәрҙәр күрһәтелә.

Сара көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана.