6 декабрь, Шишәмбе

20 июль 2015 йыл, 12:51

Илеш районында 98 йортҡа иҫәпләнгән яңы биҫтә төҙөү планлаштырыла

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Илеш районының Түбәнге Сереккүл ауылында 34 гектар майҙанлыҡ «Төньяҡ» биҫтәһен төҙөү планлаштырыла.

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығында «2014-2017 йылдарға һәм 2020 йылға тиклем ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә комплекслы төҙөлөш һәм ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү проекттарының презентацияһы булды.

Планға ярашлы, дөйөм майҙаны 9504 квадрат метр һәм һәр береһенең 20 сутый ер участкаһы булған 98 йорт төҙөләсәк. Биҫтәлә фельдшер-акушерлыҡ пунктын, китапхананы, 70 урынлыҡ залды, 50 урынлыҡ балалар баҡсаһын үҙ эсенә алған социаль-мәҙәни үҙәк буласаҡ. Инженер коммуникацияларын — һыу, газ, электр менән тәьмин итеү һәм элемтә линияларын төҙөү күҙ уңында тотола. Инфраструктураның хаҡы 175,4 миллион һум тип баһалана. Йорттар милекселәр йәки инвесторҙар иҫәбенә төҙөләсәк.

Яҡын арала был проект Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығына тәҡдим ителәсәк.