4 декабрь, Йәкшәмбе

20 июль 2015 йыл, 11:58

Өфө моторҙар эшләү берекмәһе башлығы Александр Артюхов Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһының генераль директоры итеп тәғәйенләнде

фото: Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Өфө моторҙар эшләү берекмәһе башлығы Александр Артюхов «Ростех» дәүләт корпорацияһына ингән Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһының генераль директоры итеп тәғәйенләнде. Был хаҡта, «Ростех» сығанаҡтарына һылтанып, «Коммерсант» гәзите хәбәр итә.

18 июлдә корпорация акционерҙарының сираттан тыш йыйылышында Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһында кадрҙарҙы алмаштырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Контракт ваҡытының уҙыуына бәйле быға тиклем корпорацияны етәкләгән Владислав Масалов вазифаһын ҡалдырҙы.

Александр Артюховты Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһы башлығы итеп тәғәйенләү Өфө предприятиеһының уңыштарына бәйле. 2010 йылдан Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә продукция етештереү күләме икеләтә артты. Былтыр ошо күрһәткес 42,87 миллиард һумға етте, килем 48,97 миллиард һум тәшкил итте. 2014 йылда Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһында зыян күләме 17 миллиард һум тәшкил иткән.

Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 20 июлдән берекмәнең идара итеүсе директоры вазифаһын корпоратив һәм хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса урынбаҫар Евгений Семивеличенко башҡара.

«Өфө моторҙар эшләү берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте — Рәсәйҙә авиация двигателдәрен етештереүсе иң ҙур берекмә. Илдә «Су» самолеттары өсөн двигателдәр сығарған берҙән-бер предприятие. Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһына инә.

«Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһы» акционерҙар йәмғиәте («Ростех» дәүләт корпорацияһына инә) хәрби һәм граждандар авиацияһы, йыһан программалары һәм хәрби-диңгеҙ флоты, шулай уҡ нефть һәм газ сәнәғәте, энергетика өсөн двигателдәр эшләү һәм хеҙмәтләндереү буйынса махсуслаша.

«Рәсәй технологиялары» («Ростех») дәүләт корпорацияһы 2007 йылда граждандар һәм хәрби тәғәйенләнештәге юғары технологиялы сәнәғәт продукцияһын етештерергә һәм сит илгә оҙатырға ярҙам итеү өсөн булдырылған. Уға 663 ойошма инә. «Ростех» ойошмалары Рәсәйҙең 60 төбәгендә урынлашҡан һәм 70-тән ашыу илдең баҙарын продукция менән тәьмин итә.