3 декабрь, Шәмбе

20 июль 2015 йыл, 10:30

Баш ҡалала тәүге тапҡыр «Evraziya Fashion Day» модельерҙар һәм дизайнерҙар конкурсы уҙғарыла

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә тәүге тапҡыр «Evraziya Fashion Day» Халыҡ-ара модельерҙар һәм дизайнерҙар конкурсы уҙғарыла. Проектты Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы булышлығында билдәле Өфө моделе Эльвира Ишморатова һәм уның «Стихия» ҡатын-ҡыҙҙар студияһы әҙерләй. Конкурстың төп номинацияларының береһе «Башҡортостан легендалары һәм әкиәттәре» темаһына сәхнә образы» тип атала. «Күптәнән инде Рәсәйгә ҡушылған, шул уҡ ваҡытта үҙенең үҙенсәлеген юғалтмаған халыҡтың мәҙәниәте әкиәттәрҙә, йолаларҙа сағылыш тапҡан. Быларҙың барыһын да мәҙәниәтебеҙ өлгөһөндә күрһәтәһе килә», — ти Эльвира.

Эльвира Ишморатованың «Evraziya Fashion Day» тип исемләнгән эше «Халҡым даны-2015» башҡорт йәштәре проекттары конкурсында «Матурлыҡ һәм мода өлкәһендә иң яҡшы ижади проект» номинацияһында дипломға лайыҡ булды. Ҡырмыҫҡалы районында үткән башҡорт йәштәре һабантуйында бәйгегә йомғаҡ яһалды.

Эльвира Ишморатова конкурсҡа өс проект тәҡдим иткән. Икенсе эше — Баймаҡ районы Талҡаҫ күлендәге Халыҡ-ара фестиваль сиктәрендә «Стихия» беренсе интерактив проекты. Был проект федераль матбуғат сараларында киң яҡтыртылды, Эльвира иһә «Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙҙар символы» һәм топ-модель статусына эйә булды. Фестивалдең маҡсаты — ҡатын-ҡыҙҙың эске һәм тышҡы гүззәлегенең гармонияһын, әхлаҡи ҡиммәттәрҙе сағылдырыу, эске туризмдың үҫешенә ярҙам итеү.

«Тәүге халыҡ-ара график роман» тип аталған өсөнсө проект Башҡортостан менән Ҡытай араһындағы хеҙмәттәшлеккә бәйле. Ул билдәле бокссылар Цзоу Шимин,  Хәбир Сөләймәнов һәм модель Эльвира Ишморатованың тормошонда булған ысын ваҡиғаларға нигеҙләнеп төшөрөлгән комикстарҙан тора.