5 декабрь, Дүшәмбе

16 июль 2015 йыл, 18:46

Рөстәм Хәмитов: «Өфө моторҙар эшләү берекмәһе илебеҙҙә двигателдәр эшләү тармағының флагманы булып тора»

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 16 июлдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Өфө моторҙар эшләү берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте коллективын предприятие ойошторолоуҙың 90 йыллығы менән ҡотланы. Мотор эшләүселәрҙең мәҙәниәт һарайында Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең юбилейына арналған тантаналы йыйылыш булды.

– Өфө моторҙар эшләү берекмәһе республика иҡтисады өсөн терәк предприятиеларҙың береһе, Рәсәйҙән ситтә лә билдәле булған сәнәғәт бренды, двигателдәр эшләү тармағының флагманы булып тора, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бөгөнгө байрам минең өсөн бик ҡәҙерле. Өфө моторҙар эшләү берекмәһе – хеҙмәт кенәгәмдәге тәүге яҙыу. Ҡырҡ йыл самаһы элек мастер ярҙамсыһы, һуңынан алтынсы цехта мастер булып эшләнем. Ул йылдарҙы әле лә иҫкә алам. Шул ваҡытта минең менән бергә эшләгән, ярҙам иткән кешеләргә рәхмәтлемен. Эште сифатлы, намыҫлы башҡарыу Өфө мотор эшләүселәре өсөн иң мөһиме ине. Артабан да мин ошо принципҡа таянырға тырыштым.

Республика Башлығы Өфө моторҙар эшләү берекмәһенә баш ҡалала үткән ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерләнеүҙә ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт әйтте. Матбуғат үҙәгендә ҡуйылған АЛ-31ФП двигателенең макеты бөтә ҡунаҡтарҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итте, тип билдәләне  ул.

Рөстәм Хәмитов берекмәнең республиканың сәнәғәт ҡеүәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индереүен билдәләне, предприятиеның үҫеш мөмкинлектәре хаҡында һөйләне һәм етештереү алдынғыларына Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 1925 йылдың 17 июлендә нигеҙ һалынған «Өфө моторҙар эшләү берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте – Рәсәйҙә авиация двигателдәрен етештереүсе иң ҙур берекмә. Предприятиела 20 меңдән ашыу кеше эшләй.

Сығыштың тулы стенограммаһы һәм бүләкләнеүселәрҙең исемлеге республика Башлығының рәсми сайтында баҫылған.