4 декабрь, Йәкшәмбе

16 июль 2015 йыл, 18:01

Республикала «Ауыл табибы» программаһы тулыһынса тормошҡа ашырыла — Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан Рәсәйҙең «Ауыл табибы» программаһына ярашлы медицина хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеү буйынса бурыстар тулыһынса үтәлгән төбәктәре иҫәбендә. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында илебеҙ төбәктәрендә ошо программаның ғәмәлгә ашырылыуы тураһында мәғлүмәттәр бирелгән.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2012 йылда ауыл ерендә урынлашҡан медицина учреждениеларына 35 йәшкә тиклемге 610 табип, 2013 йылда — 275, былтыр 50 белгес ебәрелгән. 935 табиптың барыһына ла аҡса түләнгән. Быйыл тағы ла 100 белгесте йәлеп итеү ҡаралған. Ағымдағы йылда индерелгән яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, хәҙер «Ауыл табибы» программаһында 45 йәшкә тиклемге табиптар ҙа ҡатнаша ала.

Программа тормошҡа ашырыла башлағандан алып илдә ауыл еренә 15 меңдән ашыу йәш белгес йәлеп ителгән. Ауылдағы медицина учреждениеларында эшләүсе табиптар арта. Әгәр ҙә 2007-2011 йылдарҙа уларҙың һаны яҡынса дүрт процентҡа кәмеһә, 2012-2014 йылдарҙа был 14,7 процентҡа артҡан, тип хәбәр ителә Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында.