3 декабрь, Шәмбе

16 июль 2015 йыл, 17:21

Рөстәм Хәмитов Бөтә Рәсәй авиация материалдары ғилми-тикшеренеү институтының генераль директоры Евгений Каблов менән осрашты

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 16 июлдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Бөтә Рәсәй авиация материалдары ғилми-тикшеренеү институтының генераль директоры Евгений Каблов менән осрашты. Яҡтар Бөтә Рәсәй авиация материалдары ғилми-тикшеренеү институтының республика предприятиелары, мәғариф учреждениелары менән хеҙмәттәшлеген нығытыу мөмкинлектәрен тикшерҙе.

— Һеҙ металдарҙы өйрәнеү, конструкция материалдары, авиация сәнәғәте өсөн материалдар өлкәһендә заманса технологияларға эйә. Бөгөн быларҙың барыһы ла кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов.

Евгений Каблов Башҡортостан Хөкүмәте менән Бөтә Рәсәй авиация материалдары ғилми-тикшеренеү институты араһындағы хеҙмәттәшлек тураһында килешеү сиктәрендә башҡарылыусы эштәрҙең ғәмәлгә ашырылыуы хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, бөгөнгө көндә институттың республика предприятиелары, ғилми һәм мәғариф ойошмалары менән хеҙмәттәшлеге әүҙем үҫешә.

Осрашыу барышында бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйылды. Мәҫәлән, Бөтә Рәсәй авиация материалдары ғилми-тикшеренеү институтының генераль директоры Евгений Каблов һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры Николай Криони ғилми-тикшеренеү институты менән авиация университеты араһындағы хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документ һөнәри белем биреүҙе уҡытыу-методика, ғилми, кадрҙар һәм мәғлүмәттәр йәһәтенән тәьмин итеүҙе, шулай уҡ ғилми-тикшеренеү һәм инновация эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота. Хеҙмәттәшлек тәжрибә производстволарын ойоштороуҙы, функциональ деталдәрҙе проектлауҙың комплекслы үҙәген булдырыуҙы, республика биләмәһендә мәғариф үҙәктәрен һәм лабораториялар асыуҙы үҙ эсенә аласаҡ.

Шулай уҡ «Өфө моторҙар эшләү берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идара итеүсе директоры Александр Артюхов, Бөтә Рәсәй авиация материалдары ғилми-тикшеренеү институтының генераль директоры Евгений Каблов, Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры Николай Криони һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Үтә һығылмалы металдар проблемаһы институты директоры Радик Мөлөков Өфө дәүләт авиация техник университетында Ҡойоу һәм аддитив технологиялар үҙәген булдырыу буйынса проектты бергә ғәмәлгә ашырыу өсөн хеҙмәттәшлек тураһында меморандумға ҡул ҡуйҙы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөтә Рәсәй авиация материалдары ғилми-тикшеренеү институтына 1932 йылда нигеҙ һалынған. Институт Рәсәйҙең һәм донъяның билдәле предприятиелары, шул иҫәптән «Өфө моторҙар эшләү берекмәһе» һәм «Күмертау авиация етештереү предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре менән хеҙмәттәшлек итә.