9 декабрь, Йома

16 июль 2015 йыл, 16:07

Башҡортостанда социаль яуаплы эш биреүселәр дипломдар менән билдәләнде

фото: Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда социаль яуаплы эш биреүселәр республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм Профсоюздар федерацияһы дипломдары менән билдәләнде. Республика Хөкүмәте йортонда «Юғары социаль һөҙөмтәлелек һәм социаль партнерлыҡты үҫтереү өсөн» республика конкурсы еңеүселәрен һәм призерҙарын бүләкләү тантанаһы булды.

Диплом тапшырыу тантанаһынан алда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов был бәйгенең коллектив килешеү конкурсының дауамы булыуын иҫкә төшөрҙө. «Конкурсты уҙғарыу идеяһын бик күп төбәктәр күтәреп сыҡты. Ваҡыт үтеү менән предприятие һәм учреждениеларҙың социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәре өлкәһендәге ыңғай тәжрибәһен асыҡлауға йүнәлтелгән бәйге Рәсәй күләмендә ойошторола башланы», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Салауат Сәғитов.

«Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (генераль директоры — Шамил Шәрипов), Стәрлетамаҡтан «Межрайкоммунводоканал» муниципаль унитар предприятиеһы (директоры — Юрий Кузнецов) бюджеттан тыш ойошмалар араһында беренсе урынға лайыҡ булды.

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты (ректоры — Рәил Әсәҙуллин), Белорет районы Үрге Әүжән ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе (директоры — Валентина Серегина) бюджет ойошмалары араһында еңеү яуланы.

Өфө ҡалаһының «Нефтехим тәжрибә заводы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте (генераль директоры — Георгий Хәлиуллин) һәм Октябрьский ҡалаһының «Мәктәп туҡланыуы комбинаты» муниципаль унитар предприятиеһы (директоры — Татьяна Абрамова) коллективта социаль партнерлыҡты үҫтереү буйынса яҡшы күрһәткестәр өсөн дипломдар менән бүләкләнде.

Конкурсҡа бөтәһе 190 ғариза бирелгән. Тәү сиратта предприятиелар хеҙмәт хаҡы, хеҙмәткәрҙәр, уларҙың ғаиләләре һәм балалары тураһында хәстәрлек күреү, килемле эш күҙлегенән сығып баһаланды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.