7 декабрь, Шаршамбы

16 июль 2015 йыл, 13:33

Төбәктә Йомағужа һыу һаҡлағысы янындағы ял базаһын һүтәсәктәр

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостанда Йомағужа һыу һаҡлағысы янындағы ял базаһын һүтәсәктәр. Республиканың Юғары суды шундай ҡарар ҡабул итте. Суд Күгәрсен районы прокурорының талаптарын ҡәнәғәтләндереп, «Башҡортостан» милли паркы биләмәһендә төҙөлгән ҡаралтыларҙы законһыҙ тип тапҡан Мәләүез районы судының ҡарарын үҙ көсөндә ҡалдырҙы. Был хаҡта республика прокуратураһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Ведомство хәбәр итеүенсә, шәхси эшҡыуар Ағиҙел йылғаһы ярында дүрт ҡунаҡ йорто, мунса һалған һәм уларҙы туристарға ҡуртымға биргән. Әммә ҡануниәт һыу һаҡлау зонаһында һәм милли парктар биләмәһендә капиталь ҡаралтылар төҙөүҙе тыя. Шуға күрә суд прокуратураның дәғүәһен ҡәнәғәтләндерҙе һәм эшҡыуарға бер ай эсендә йорттарҙы ла, мунсаны ла һүтеү бурысын йөкмәтте. Йүнсел тәүге инстанциялағы суд ҡарары менән риза булмайынса уны апелляцияға бирҙе. Юғары суд ҡарарҙы үҙ көсөндә ҡалдырҙы.

Прокуратура суд ҡарарының үтәлешен контролдә тота.