Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

«Башҡортостан» киностудияһында ауыр яҙмышлы имам хаҡында психологик драма төшөрөлдө

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Башҡортостан» киностудияһында «Тәүбә» тип аталған документаль фильм төшөрөү тамамланды. Фильмда ғүмеренең күп йылдарын ҡаты режимлы колонияла үткәргән имам хаҡында һүҙ бара.

— «Тәүбә» драмаһы хис-тойғолар менән һуғарылған. Режиссер кинематография алымдары ярҙамында кеше яҙмышын аса, уның күңел төпкөлөнә үтеп инә алған. Фильмда һүҙҙәр бик аҙ. Әрнеү, үкенес, өмөт — барыһы ла геройҙың күҙҙәрендә, интонацияһында, ым-ишараларында сағыла, — тип һөйләнеләр киностудияның матбуғат хеҙмәтендә.

Кинотаҫманың режиссеры — Вилүрә Иҫәндәүләтова, сценарий авторы — Мәғәфүр Тимербулатов. Ике ижадсы бергәләп Рәсәй һәм халыҡ-ара кинофестивалдәрҙә наградаларға лайыҡ булған «Ике килгән ғүмер», «Һуғыш беҙҙе балаға һанаманы», «Мөрйәнән күтәрелә төтөн, бер үк һүрелмәһен» фильмдарын төшөргән. Бөгөнгө көндә улар Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған «Геройҙарҙың тыуған иле» проектын тамамлаған.

«Тәүбә» фильмының премьераһы һәм «Башҡортостан» студияһында төшөрөлгән башҡа кинотаҫмалар 27 августа «Родина» кинотеатрында күрһәтеләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть