Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Китап уҡыусы троллейбус» пассажирҙары «Толпар» журналы менән танышты

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

15 июлдә Өфөлә «Китап уҡыусы троллейбус» татар телендә сыҡҡан «Толпар» журналы хеҙмәткәрҙәрен ҡабул итте. Журналдың бүлек мөхәррирҙәре Мөнир Вафин, Дилбәр Сөләймәнова, Индира Муллайәнова, фотожурналист Наил Акмеев «Башҡорт драма театры» — «Колхоз баҙары» маршруты пассажирҙарын байрамса кәйеф менән ҡаршы алды.

«Толпар» хеҙмәткәрҙәре баҫма, матбуғатҡа яҙылыу тураһында мәғлүмәт бирҙе. Өфөләр журналдағы рубрикалар, журналист һөнәренең үҙенсәлектәре менән ҡыҙыҡһынды.

«Китап уҡыусы троллейбус» акцияһында шағирә, популяр йырҙар авторы Виниса Фәттәхова, бер нисә шиғырҙар йыйынтығы авторы, отставкалағы офицер, хеҙмәт ветераны Фәрит Зарипов, инженер, автор-башҡарыусы Вил Латипов та ҡатнашты. Улар шиғырҙар уҡыны, башҡорт, татар, рус телдәрендә халыҡ һәм эстрада йырҙарын башҡарҙы.

Республика гәзит, журнал редакцияларының күбеһе Әҙәбиәт йылына арналған «Китап уҡыусы троллейбус» акцияһында ҡатнашты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть