4 декабрь, Йәкшәмбе

15 июль 2015 йыл, 18:00

«Башҡортостан ҡыҙы» журналы: Ни өсөн ғаиләлә аҡса янсығы ҡатын-ҡыҙҙар ҡулында?

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Башҡортостан ҡыҙы» журналының июль һаны баш мөхәррир Гөлназ Ҡотоеваның республикала үткән тарихи ваҡиғаға — ШОС һәм БРИКС саммиттарына арналған мәҡәләһе менән асыла.

Ул шағир ҡыҙы. «Эй, һин, ҡыҙым, күңел нурым, тик һин ҡәҙерле кешем»! – тип яҙа шағир Ҡадир Әлибай үҙенең берҙән-бер ҡыҙы, нәҫел ебен дауам итеүсеһе Гөлсәсәк тураһында. «Башбланкиздат» типографияһы директоры, Хәйбулла һылыуы Гөлсәсәк Әлибаева китап ҡәҙерен белә. Сағыу, көслө замандашыбыҙҙың матур ғәмәлдәре, яҡты уй-хыялдары Гөлназ Ҡотоеваның  «Хыял ҡуйған ҡанат» тигән мәҡәләһендә сағылыш тапҡан.    

Данлыҡлы 1-се мәктәп-интернатта (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназияһы) төрлө йылдарҙа уҡығандар уның дәрестәрен бөгөн дә һағынып иҫкә ала. Был уҡыу йортонда ҡырҡ йыл эшләү дәүерендә ул күптәргә ҡанат ҡуя, өлкән дуҫына әйләнә. Туҡһанын тултырған абруйлы мөғәллимә Мәхтүмә Яхинаның тормош юлы хаҡында Гөлшат Ҡунафина үҙенең «Уҡытыусы булып тыуған ул» тигән яҙмаһында бәйән итә.

Журнал уҡыусыбыҙ Клара Ноғманова үҙенең атаһы – һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Әһлиулла Әхмәтшин хаҡындағы мәҡәләһен Еңеүҙең 70 йыллығына арналған «Был йылдарҙың даны мәңгелек» бәйгеһенә тип атап ебәргән.

«Дәште-Ҡыпсаҡ ҡыҙҙарының тарихтың ниндәй ҡатмарлы осоронда үҙҙәренә бөтөнләй ят ғәрәптәр һәм индустар менән уңышлы идара итеүҙәре, ул милләттәрҙең был ҡатындарҙы хакимә итеп танып буйһоноуҙары һоҡландырып ҡына ҡалмай, төрки ҡатынының Ер шарындағы тыныслыҡ өсөн көрәшкә ҙур өлөш индереүен дә иҫбатлай», – тип яҙа Гөлнара Хәлфетдинова «Көнсығыштың бөйөк ҡатындары» рубрикаһы аҫтында баҫылған мәҡәләһендә. Урта быуаттарҙағы дәүләт – Дели төрки мосолмандары ҡағанаты ханбикәһе хаҡында уның «Разия Солтан» тигән яҙмаһында уҡырһығыҙ.

«Тормошто һәр кем үҙ офоғонан сығып ҡабул итә. Ҡайһы берәүҙәр өсөн ул тоноҡ төҫтәрҙән хасил, ә кемдер матур, баҙыҡ яҡтарын күреп, үҙ донъяһын һәм тирә-яҡты биҙәп йәшәй. Хеҙмәт юлын мөғәллимә булып башлап, Бөрйән районы мәғарифын үҫтереүгә, социаль тормошон яҡшыртыуға тос өлөш индергән Роза Ғүмәрова – шундай шәхестәрҙән». Альбина Ғөбәйҙуллинаның мәҡәләһе «Батыр рухына тоғролоҡ» тип атала. Алтмыш алты йәшендә йәштәрҙән былайыраҡ сәмләнеп, үҙе өсөн өр-яңы өлкә – ҡыҙыҡ та, ҡатмарлы ла фонд баҙарын өйрәнә башлаған, унда уңышҡа өлгәшкән милләттәшебеҙ, «Бөтә йыһан» реклама агентлығы хужабикәһе Хәжирә Рафиҡова менән Альмира Кирәеваның «Тормош тигән бөйөк остаздан өйрәнәм» тигән мәҡәләһендә танышырһығыҙ. Журналда Мәүлиҙә Әхмәтйәнованың «Яҡшы менән яман» тигән хикәйәһе, шағир Риф Әхмәҙиевтың яңы шиғырҙар шәлкеме лә баҫылған.      

«Ғаиләлә аҡса янсығы кемдә булырға тейеш? Ни эшләп күп осраҡта аҡсаны ҡатын тотона?», – тип һорай билдәле иҡтисадсы Илдар Ғәбитов үҙенең «Ҡорал эйәһенә дошман» тигән мәҡәләһендә. Ул бөгөнгө ғаиләнең донъяуи хәле, үҙ-ара мөнәсәбәттәр хаҡындағы уйҙары менән уртаҡлашып, төрлө йәштәге кешеләрҙе ошо турала һөйләшеүгә йәлеп итә. Был һанда уҡыусыларыбыҙ шулай уҡ ҡорамасылар бәйгеһенә ебәрелгән эштәрҙең һүрәттәрен ҡарап һоҡланыр, журналда бирелгән рецепт буйынса ризыҡтар әҙерләп, ғаиләһен ҡыуандырыр.