6 декабрь, Шишәмбе

15 июль 2015 йыл, 17:00

Мәскәүҙә дауаланған һалдаттарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк — Башҡортостандың Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге

фото: госпиталдең рәсми сайтынан

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Омскиҙа Һауа десанты ғәскәрҙәренең казармаһы емерелеү һөҙөмтәһендә йәрәхәтләнеп, бөгөнгө көндә Мәскәүҙә дауаланған Башҡортостан һалдаттарына республиканың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсәк. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге хеҙмәткәре Азат Ғәфүров хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, хәҙерге ваҡытта Мәскәүҙә республиканан ике егет дауалана. Бынан алдараҡ бер һалдат хаҡында ғына мәғлүмәт бирелгәйне. Стәрлетамаҡтан Владимир Петров — Бурденко исемендәге хәрби клиник госпиталдә, Илнур Ҡыуандыҡов Вишневский исемендәге 3-сө хәрби-клиник дауаханаһында ята.

Азат Ғәфүров әйтеүенсә, Башҡортостандың Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиле, республика Хөкүмәтенең вице-премьеры Артур Шәйнуров ике һалдатты дауалау буйынса хәлде контролгә алған.

«Беҙ Бурденко һәм Вишневский исемендәге госпиталдәрҙә булдыҡ. Егеттәрҙең икеһе лә реанимация бүлегендә ята, табиптарҙың һүҙҙәренсә, Владимир Петровтың хәле үтә ауыр, ул аңын юғалтҡан, палатаһына индермәйҙәр. Илнур Ҡыуандыҡовтың хәле бер аҙ яҡшыраҡ, әммә уның янына ла инергә ярамай. Асыҡланыуынса, ул етем, ата-әсәһе юҡ. Беҙ егеттәргә ниндәй ҙә булһа ярҙам кәрәк булһа тип, телефон һандарын, адресыбыҙҙы ҡалдырҙыҡ», — тип һөйләне Азат Ғәфүров.