10 декабрь, Шәмбе

15 июль 2015 йыл, 16:06

Омск өлкәһендә һәләк булған Башҡортостан һалдаттарының кәүҙәләре Өфөгә ҡайтарылды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.  Бөгөн төндә 12 июлдә Омскиҙа Һауа десанты ғәскәрҙәре казармаһы емерелеү һөҙөмтәһендә һәләк булған биш һалдаттың кәүҙәләре Өфөгә ҡайтарылды, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе яҡлау республика комитеты рәйесе Владимир Симарчук.

Рөстәм Шәйхуллинды, Руслан Йомағоловты, Рәнис Алтынбаевты, Фидан Мәмлиевты һәм Вадим Нафиҡовты тыуған төйәктәрендә — Белоретта, Сибайҙа, Саҡмағош һәм Салауат райондарында ерләйәсәктәр, тине Симарчук. Уның һүҙҙәренсә, бөгөнгө көндә казарма емерелеү һөҙөмтәһендә йәрәхәтләнгән өс һалдаттың икәүһе — Омск, берәүһе Мәскәү дауаханаһына һалынған. Ул кисә төндә ауыр йәрәхәттәр менән Бурденко исемендәге хәрби клиник госпиталгә оҙатылған. Табиптар уның хәлен ауыр тип баһалай.