5 декабрь, Дүшәмбе

15 июль 2015 йыл, 14:44

Өфөлә Ураҙа байрамы айҡанлы 2016 йылға мосолман календары донъя күрҙе

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Ураҙа байрамы айҡанлы Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте 2016 йылға мосолман календарын сығарҙы. Яңы баҫма дини кешеләр өсөн тәғәйенләнгән. Уның авторҙары — Сәләхетдин Суҡбаев, Ғәлиә Ғәлимова, Фирҙәүсә Бикташева, Әлфиә Илекәева.

Календарҙа аят һәм сүрәләрҙең ғәрәпсә яҙылышы, транскрипцияһы, мосолман даталары күрһәтелгән. Баҫма өсөн материалды мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин әҙерләгән. Календарҙа мосолман байрамдары, Ай менән Ҡояшҡа бәйле астрономик мәғлүмәт, намаҙ уҡыу ваҡыты хаҡында яҙмалар урын алған. Йыйынтыҡ исламдың әхлаҡи ҡиммәттәрен, йолаларҙы пропагандалай.

Мосолман календары 10 мең дана тираж менән баҫылған. Уны нәшриәт магазиндарында һатып алырға мөмкин.