3 декабрь, Шәмбе

15 июль 2015 йыл, 12:47

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамблен Бразилияла көтәләр

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Өфөлә уҙған Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС саммиттарының мәҙәни программаһында әүҙем ҡатнашты. Сараларҙан һуң саммитта ҡатнашыусылар коллективҡа ШОС һәм БРИКС илдәрендә ансамблдең гастролдәрен ойошторорға тәҡдим итте. Хәҙерге ваҡытта коллектив етәкселеге Бразилия менән һөйләшеүҙәр алып бара, тип хәбәр итә ансамблдең матбуғат хеҙмәте.

Саммиттар алдынан дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең репертуарына яңы бейеүҙәр өҫтәлде. Улар араһында «Ҡаҙаҡ сюитаһы», «Ҡырғыҙҙарҙың туй бейеүе», «Лязги» хорезм бейеүе һәм «Айлы төндә күбәләктең осоуы» ҡытай ҡатын-ҡыҙҙары бейеүҙәре бар. Тиҙҙән республика халҡы «Планета ритмдары» тип аталған концерт программаһын тамаша ҡыласаҡ. Сентябрҙән алып декабргәсә коллектив Башҡортостан ҡалалары һәм райондары буйлап гастролдәргә сығырға ниәтләй. 28 ноябрҙә Өфөнөң Конгресс-холл сәхнәһендә Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамблдең гала-концерты була.

«Тәүге бүлек «Ғәскәров мираҫы» юбилей программаһы сиктәрендә әҙерләнгән башҡорт бейеүҙәренән тора. Икенсе бүлеккә донъя халыҡтары, шул иҫәптән ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек барышында ҡуйылған яңы бейеүҙәр индереләсәк», — тип һөйләне дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең директоры Филүс Ҡаҙаҡбаев.