8 декабрь, Кесе йома

15 июль 2015 йыл, 10:05

Рөстәм Хәмитов: «Беҙ Омскиҙа һәләк булған һалдаттарҙың ғаиләләренә ярҙам итәсәкбеҙ»

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Омскиҙа казарма емерелеү һөҙөмтәһендә һәләк булған Башҡортостан һалдаттарының ғаиләләренә ярҙам күрһәтеләсәк. Был хаҡта матбуғат конференцияһында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.

— Йәш, физик яҡтан таҙа егеттәребеҙ һәләк булды. Йәкшәмбе шәмбе көндө ант биргән һалдаттарҙың ғүмере өҙөлдө. Өсәүһе ауыр хәлдә госпиталдә ята. Егеттәр бик йәл, — тине Рөстәм Хәмитов. — Бөгөн республика Хөкүмәте ултырышында һәләк булғандарҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү хаҡында һүҙ алып барҙым. Кисә егеттәр хәрби хеҙмәткә саҡырылған муниципалитет башлыҡтары менән һөйләштем. Хәрби комиссар әйтеүенсә, уларға етди һайлап алыу аша үтергә тура килгән. Конкурс нигеҙендә һау-сәләмәт, зирәк егеттәрҙе һайлап алғандар. Ошо егеттәр һәләк булды.

Төбәк етәксеһе был фажиғәне йөрәгенә яҡын ҡабул итеүен билдәләне.

— Беҙ бөтә ғаиләләргә, ә егеттәргә белем алырға ярҙам итәсәкбеҙ. Кәрәк булһа, һуңғараҡ университет, техникумдарҙы ҡарарбыҙ. Ошо йәһәттән мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Омскиҙа дүрт ҡатлы казарма стенаһының бер өлөшө һәм ҡыйығы 13 июлдә, урындағы ваҡыт буйынса төнгө сәғәт берҙә, емерелеп төшкән. Бинала 300-ҙән ашыу хәрби хеҙмәткәр булған. Ҡотҡарыу операцияһы һөҙөмтәһендә 42 кеше табылған, улар араһында 23 һәләк булыусы һәм 19 яраланыусы бар.