6 декабрь, Шишәмбе

14 июль 2015 йыл, 17:57

«Шоңҡар» һәм «Ағиҙел» журналдары «Китап уҡыусы троллейбус» акцияһына ҡушылды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Шоңҡар» һәм «Ағиҙел» журналдары «Китап уҡыусы троллейбус» акцияһына ҡушылды. Ике редакцияның хеҙмәткәрҙәре пассажирҙарға журналдар, автографлы китаптар таратты, тип хәбәр итте Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының матбуғат секретары Әлиә Ғәлимова.

Шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатов шиғырҙар уҡыны, Заһир Байыҡ ҡурайҙа һыҙҙырҙы, бард йыры фестивале еңеүсеһе Тимур Ямалов гитарала уйнап йырланы. Журналистар викторина ойошторҙо, өлкән йәштәге пассажирҙар менән аралашты, китаптар һәм журналдар бүләк итте.

Апрель айынан баш ҡалала 2-се «Колхоз баҙары — Башҡорт драма театры» маршруты буйынса «Китап уҡыусы троллейбус» йөрөй. Республика киң мәғлүмәт саралары редакциялары ҡыҙыҡлы программа әҙерләй, билдәле әҙиптәрҙе һәм артистарҙы саҡыра, матбуғатҡа яҙылыу ойоштора. Акцияла «Башҡортостан», «Йәшлек», «Өмөт», «Ҡыҙыл таң», «Молодежная газета», «Йәншишмә» республика гәзиттәре, «Әллүки» журналы ҡатнашты.