11 декабрь, Йәкшәмбе

14 июль 2015 йыл, 17:33

Икенсе ярты йыллыҡта республикала торлаҡ төҙөлөшөндә ыңғай динамика һаҡланасаҡ — күҙаллау

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Тәүге ярты йыллыҡта Башҡортостанда барлыҡ финанслау сығанаҡтары иҫәбенә 1 миллион 229,5 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән, был уҙған йылдың ғинуар-июнь айҙарына ҡарағанда 13 процентҡа күберәк. Мең кешегә иҫәпләгәндә, республикала 302 квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән. Башҡортостан ике күрһәткес буйынса ла Волга буйы федераль округында алдынғылар рәтендә, тип хәбәр итә «Росстатт»ың төбәк органы.  

Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында иҫәпләүҙәренсә, бынан алдағы осорҙа уҡ ағымдағы йылда торлаҡ төҙөлөшө үҫеше өсөн шарттар тыуҙырылған, һәм быйыл торлаҡты сафҡа индереү буйынса план үтәләсәк. «Беренсе ярты йыллыҡтағы күрһәткестән сығып, шулай уҡ муниципаль берәмектәрҙең оператив мәғлүмәттәрен иҫәпкә алып, икенсе ярты йыллыҡта торлаҡ төҙөү темптары һаҡланыр, тип уйлайбыҙ, — тип хәбәр итте «Госстрой» ойошмаһындағы сығанаҡ. — 2014 йылдың икенсе ярты йыллығында торлаҡҡа ихтыяждың артыуы һөҙөмтәһендә тәүге ярты йыллыҡтағы мөһим күрһәткестәр ҙә юғары булды. 2015 йылдың маҡсатлы күрһәткестәре үтәләсәк».

Планға ярашлы, быйыл республикала 2,66 миллион квадрат метр торлаҡ, шул иҫәптән 981,5 мең «квадрат» подряд ысулы менән төҙөлөргә тейеш.

Алдағы йылдарҙа ипотека кредитлауы баҙарындағы хәл һәм республика адреслы инвестиция программаһын финанслау күләме торлаҡ төҙөлөшө динамикаһына һиҙелерлек йоғонто яһауы ихтимал, тип иҫәпләй агентлыҡ әңгәмәсеһе. Мәҫәлән, ғинуар-май айҙарында ипотека бурыстарының һаны ла, күләме лә 37 процентҡа төштө. Республика адреслы инвестиция программаһын финанслау ҡырҡа кәмене. «Ошо факторҙарҙы иҫәпкә алып, тармаҡ үҫеше күрһәткестәренең артабанғы ыңғай динамикаһы һорау тыуҙыра», — тип йомғаҡ яһай эксперт.