Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Йәй көнө Башҡортостандың Монополияға ҡаршы хеҙмәте аҙыҡ-түлек баҙарын контролдә тотоуҙы көсәйтә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

Йәйге айҙарҙа Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы төбәктең аҙыҡ-түлек баҙарындағы хәлде контролдә тотоуҙы көсәйтә. Был хаҡта «Башинформ» агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында идаралыҡтың етәксеһе Зөлфирә Аҡбашева белдерҙе.

«Хәҙер туҡланыу продукттары баҙарын ентеклерәк тикшерәсәкбеҙ. Июль-август яңы уңыш алыу осоро булғанлыҡтан, һәр кем хаҡтарҙы арттырырға тырыша. Ошондай хәлгә юл ҡуймау өсөн быны иғтибар менән күҙәтәсәкбеҙ», — тип билдәләне Зөлфирә Аҡбашева.

Шул уҡ ваҡытта ведомство башлығы әлеге мәлдә аҙыҡ-түлек баҙарында тәртип боҙоуҙар теркәлмәүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

«Ваҡ ҡағиҙә боҙоуҙар булды. Баҙар илебеҙ тауарҙарына ҡытлыҡ кисергән. Беҙҙә йомортҡа, тауыҡ ите, он етештереү кәмене, шуға күрә ситтән килтерергә тура килә. Уларҙың хаҡына йоғонто яһау бик ауыр, сөнки транспорт сығымдарын да ҡапларға кәрәк. Әммә беҙ барыһын да контролдә тотабыҙ. Әйткәндәй, Волга буйы федераль округының 14 төбәге араһында беҙ аҙыҡ-түлеккә хаҡтар буйынса уртала ҡала киләбеҙ», — тип йомғаҡ яһаны Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть