Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

15 июлдә Өфө амфитеатрында «Ватан» паркы асыла

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

15 июлдә көндөҙгө сәғәт 3-тә өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын Өфө амфитеатрында «Ватан» паркын асыу тантанаһына саҡыралар. Этнопарк ике ай буйына, 15 сентябргә тиклем эшләйәсәк.

«Ватан» паркы — Өфөлә үткән Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС саммиттары ҡунаҡтары өсөн ғәмәлгә ашырылған сағыу проекттарҙың береһе. ШОС һәм БРИКС саммиттары уҙғарылған көндәрҙә ҡунаҡтар һәм сит ил делегациялары башҡорттарҙың милли йолалары, мәҙәниәте, шулай уҡ республиканың ҡаҙаныштары менән танышты.

Этноауыл төбәктең үҙенсәлектәре сағылдырылған ете тирмәнән тора. Бында милли уйын ҡоралдарында уйнаусылар, йырсылар, бейеүселәр сығыш яһай, оҫталар халыҡ һөнәрҙәрен күрһәтә. Беренсе тирмәлә — башҡорттарҙың көнкүреше һәм йорт кәрәк-яраҡтары, икенсеһендә кейеҙ баҫыу, ағас һырлау, ҡымыҙ бешеү кеүек халыҡ һөнәрҙәре сағылдырылған. Өсөнсө тирмәлә Башҡортостандың ер аҫты байлыҡтары: нефть, алтын, йәшмә, баҡыр, аҫыл таштар тураһында белергә мөмкин. Дүртенсе тирмә төйәктең тәбиғәте һәм уның байлыҡтары хаҡында һөйләй, бында бал менән ҡымыҙҙы тәмләп ҡарарға була. Бишенсеһе иһә Башҡортостанда татыу йәшәгән күп милләтле халыҡ менән таныштыра. Алтынсы тирмәлә милли кейемдәрҙе кейеп ҡарау, йолаларҙа ҡатнашыу, төрлө образдарҙа фотоға төшөү мөмкинлеге бар. Етенсе тирмәлә ҡунаҡтарға Өфөнөң архитектур киләсәге күрһәтелә.

«Ватан» паркы» проектын бойомға ашырыу буйынса оператор булып Ҡала проекттарын үҫтереү фонды сығыш яһай. Тулыраҡ мәғлүмәт менән «Ватан» паркының рәсми сайтында танышырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть