7 декабрь, Шаршамбы

14 июль 2015 йыл, 14:44

Черниковка биҫтәһендә йәшәүселәр Өфө моторҙар эшләү берекмәһе мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда ҡан тапшыра ала

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Черниковка биҫтәһендә йәшәүселәр Өфө моторҙар эшләү берекмәһе мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда урынлашҡан мобиль пунктта ҡан тапшыра ала. 14 июлдән 31-нә тиклем иртәнге сәғәт 9-ҙан 1-гә ҡәҙәр Республика ҡан биреү станцияһының күсмә бригадаһы донорҙар ҡабул итә.

«Был тәү сиратта Өфөнөң төньяғында йәшәүселәрҙең уңайлығы өсөн эшләнде, — тип һөйләне Республика ҡан биреү станцияһының баш табибы Урал Солтанбаев. — Әгәр халыҡ күп булһа, мобиль пункт йәй буйы эшләйәсәк».

Баш табип һүҙҙәренсә, ҡан бирергә теләүселәрҙе терапевт тикшергәндән һуң, уларҙың ҡан төркөмөн билдәләйҙәр.

Мобиль пунктҡа бер ниндәй ҙә справка килтерергә кәрәкмәй, табиптар донорҙарҙы үҙҙәре тикшерә, тип билдәләне Урал Солтанбаев.

Бәлиғ булған кеше генә донор була ала. Үҙең менән даими йәки ваҡытлыса прописка булған паспорттың булыуы мөһим.

Буласаҡ донорҙар диета тоторға тейеш. Ҡан тапшырғанға тиклем ике көн алда майлы һәм әсе ризыҡ ашауҙан, спиртлы эсемлектәр, шул иҫәптән һыра эсеүҙән тыйылырға кәрәк. Кисен еңелсә генә туҡланыу, ә иртәнсәк иһә печенье, икмәк менән сәй эсеү ҙә етә.

темалар: донорлыҡ